Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Газин Йәҙгәр Нәҙир улы иҫтәлегенә көрәш ярышы

20 Апреля 2018 09:04

Количество просмотров: 277

Был традицияға әйләнгән ярыш быйылғы йылда 6-сы тапҡыр ойошторолдо һәм бик күп спорт яратыусыларҙы үҙенә йыйҙы. Ярышҡа райондың төрлө мәктәптәренән, ауылдарынан барыһы 50-гә яҡын көрәшселәр йыйылды. Йәҙгәр Нәҙир улы Газин иҫтәлегенә үткәрелгән көрәш ярышын Байназар урта мәктәбе директоры Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы асыҡ тип иғлан итте.Флагты күтәреү хоҡуғы бик күп йылдар район кимәлендә еңеүҙәр яулап быйылғы йылда зонала үҙ көсөн һанап ҡараусы уҡыусыға һәм Йәҙгәр Нәҙир улы тәрбиәләнеүсеһе ,Байназар урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы Нурғәлин Динарға бирелде. Йәҙгәр Нәҙир улының туғандары исеменән Газина Гөлнара Әкрәм ҡыҙы Байназар ауылының йәштәр бүлеге хеҙмәткәре Ишбулатов Азат Салауат улына ,мәктәп хеҙмәткәрҙәренә һәм ярышта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе! Артабан Бөрйән районының спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Шәмиғолов Ирек Ғәле улына һүҙ бирелде. Барыһы ла ярышта ҡатнашыусыларға ярыш сәме теләнеләр! 
Ярыш бик сәмле барҙы. Ҡатнашыусылар бик көслө әҙерләнгәндәр ине. Шуға күрә лә уларға үҙ-ара көс һынашыуы, еңеүсене билдәләүе ауырға тура килде. Әммә ләкин бер ҡатнашыусы ла бирешмәне һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, улар тырышты һәм сәмләнеп көрәште. Кемдәргәлер уңыш йылмайҙы, ә кемдәрҙер еңелде, сөнки ярыш бит! Ни генә тиһәң дә был шатлыҡлы осрашыу һәр кемгә яҡшы тәьҫир иткәндер тиеп уйлайым. Сөнки кемдәрҙер үҙҙәренә киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙылар. Кем өсөндөр был ярыш тәүгеһе генә булды, уларҙың киләсәктә яулайһы үрҙәре күп булһын.