Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Һәләтле балалар форумы - 2018

8 Мая 2018 11:05

Количество просмотров: 240

Район үҙәге бөгөн иң тырыш, белемле, һәләтле уҡыусыларҙы үҙенә йыйҙы. Беҙҙең мәктәптән был тантаналы сарала булыу бәхете 36 балаға тәтене. 
"Һәләтле балалар форумы" мәғариф бүлеге тарафынан йыл да үткәрелеп килә һәм унда зона, республика, регион- ара олимпиада, фестиваль, конференция, бәйгеләрҙә призлы урындар яулаған уҡыусылар ҡатнаша.
Бөгөнгө форум шуныһы менән иҫтәлекле булды- сарала Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров ҡатнашты. Депутатыбыҙҙың махсус бүләгенә күптән түгел "Мәскәүҙе яулап ҡайтҡан" уҡыусыбыҙ лайыҡ тип табылды. 
Форумда ҡатнашыусы барлыҡ һәләтле балаларҙы ҡотлайбыҙ! Алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн!