Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Беҙ - хәҙер пионерҙар!!!

16 Октября 2018 08:10

Количество просмотров: 167

Байназар урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө уңайынан 5-7-се класс уҡыусыларын Салауат Юлаев исемендәге пионерҙар ойошмаһы сафына ҡабул итеү сборы үтте. Был тантаналы ваҡиғаға уҡыусылар өлкән вожатый һәм класс етәкселәре менән берлектә алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барҙылар: ойошманың закондары менән таныштылар, вәғәҙә ятланылар, тимурсылар эшен йәнләндереп ебәрҙеләр. Бына ҙур теләк менән көтөп алған көн дә килеп етте. Киләсәктә уҡыусылар уҡыуҙарын тағы ла яҡшыртырҙар, ярҙамсыл, илебеҙҙең лайыҡлы алмашсылары булып үҫерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.