Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Саңғы ярышы

15 Января 2019 03:01

Количество просмотров: 32

11 ғинуар Байназар урта мәктәбендә саңғы буйынса мәктәп уҡыусылары араһында район беренселеге уҙҙы. Ярышта 50-нән ашыу бала ҡатнашты.
Байназар урта мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев йәш саңғысыларҙы ҡотлап, спортҡа битараф булмаған уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Баш судья Варис Мәжит улы Йәмилев бәйгенең шарттары менән таныштырғандан һуң мәктәп стадионында ярышҡа старт бирелде.
Сәмле ярышта уҡыусылар 9-11, 12-14 йәш категориялары араһында шәхси беренселеккә көс һынашты. 

Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙы менән миҙалдар тапшырылды. Бәйгелә ҡатнашыусылар ярышты ойоштороусыларға, Байназар урта мәктәбенә һәм ашханаһына ҙур рәхмәт әйтеп хушлаштылар.