Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Осраштылар һабаҡташтар

4 Февраля 2019 04:02

Количество просмотров: 103

Байназар урта мәктәбе быйыл да изге традицияларының береһе- Осрашыу кисәһенә тоғро ҡалып, 10,20,30,40,50,60 йыл элек уҡып сыҡҡан сығарылыш уҡыусыларын тантаналы сараға йыйҙы. Байрамға республикабыҙҙың район- ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән мәктәпте 1959,1969, 1979, 1989, 1999,2009 йылдарҙа тамамлаған 150-нән ашыу уҡыусыһы килде. Белем усағы буйлап экскурсияла йөрөп, үҙҙәре уҡыған кластарҙа иҫтәлектәр менән уртаҡлашып алғандан һуң, байрамса биҙәлгән спорт залына- байрамдың төп өлөшөнә йүнәлде ағай һәм апайҙар.11-ҙәр байрамдың иң оло ҡатнашыусылары- 60 йыл элек тамамлаусы сығарылыш класына үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен- сигелгән таҫтамалдар һәм сәскә гөлләмәһе бүләк итеп, бабай һәм инәйҙәрҙе ҡыуандырҙылар. 
11 кластар барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөү өсөн алдан йыр- бейеү көйҙәре әҙерләгән ине. Сараға килеүселәр был һынауҙы уңышлы атҡарып сыҡты. Мәктәпте 50 йыл тамамлаусылар йырлы сәләм бүләк итһә, 40 йыл элек тамамлаусылар йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп " Үҙән буйы"н бейенеләр. 1989 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, һәүәҫкәр композитор Рәсимә Денисламова "Күҙ нурым" йыры менән йөрәктәргә үтеп инде. 30 йыл элек тамамлаусылар "Взвейтесь кострами, синие ночи" йырын башҡарҙы. Уларға 1979 йылғы сығарылыш уҡыусылары ярҙам итте. 20 йыл элек мәктәпте тамамлаусылар иһә осрашыу кисәһенә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләп, күңел ҡылдарын тибрәтте һәм мәктәп вальсын иҫкә төшөрҙөләр. 2009 йылғы сығарылыш уҡыусылары- ул ваҡытта Зилә апай етәкләгән " Осҡон", Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова етәкләгән " Азамат" өлгөлө бейеү ансамблдәре солистары, попурри бейеп, байрамға килеүселәрҙе таң ҡалдырҙы.
Сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барған байрам сараһы һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Сығарылыш уҡыусылары иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, эс серҙәрен систе, уҡытыусыларына һәм ошо тантанаға йыйып, матур байрам ойошторған 11 кластарға, уларҙың класс етәксеһе Айһылыу Роберт ҡыҙына, мәктәп администрацияһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Байрам кисәһенән тағы ла 10 йылдан осрашырға һүҙ ҡуйышып хушлаштылар. Байрам һуңынан ветеран уҡытыусыларыбыҙға мәктәп ашханаһында сәй эсереү ойошторолдо. Һәр кем байрамдан яҡшы кәйеф менән таралышты.