Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген асыу тантанаһы булып үтте

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген асыу тантанаһы булып үтте Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген асыу тантанаһы булып үтте

26 сентября 2019 03:09

Количество просмотров: 338

Байназарҙа яңы үҙәк!
Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген асыу тантанаһы булып үтте. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ришат Булат улы Шәрипов, ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов, район методик кабинет етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева, мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Тантаналы музыка һәм йылы алҡыштар аҫтында таҫмалар ҡырҡылғас, мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы һүҙ алды. Ул бөгөнгө заман шарттарына ярашлы үҙәктең тап Байназар мәктәбендә асылыуына, мәктәп уҡыусыларына заманса ҡорамалдары булған үҙәктә белем алырға мөмкинлек булдырылыуына ихлас күңелдән ҡыуанысын белдерҙе һәм уҡыусыларҙы тырышып белем алырға саҡырҙы. Артабан һүҙ мәктәп уҡыусыларына бирелде. Сифатлы белем алыу өсөн яңыса шарттар булдырылыу уларҙы бик ҡанатландырҙы, шиғырҙар һәм йырҙар менән берлектә әкиәт геройҙары ла был тамашанан ситтә ҡалманы. Уҡыу алдынғылары 5-се класс уҡыусылары Сәфиуллина Луиза һәм Исламғолова Камила белем биреү символы – ҡыңғырау сыңдарын сыңлатҡандан һуң, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ришат Булат улы уҡыусыларҙың шатлыҡтарын бүлешеп, уларға уңыштар теләне. Ҡасандыр технология дәрестәрендә сүкеш, балталар төп эш ҡоралдары булып һаналһа, хәҙер иһә заманса ҡорамалдар ярҙамында дәрестәрҙе яңы форматта үткәрергә мөмкинлек арта. «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрендәге белем биреү үҙәге етәксеһе Баймырҙин Илһам Ишбулды улы һүҙ алып, уҡыусыларҙы тантаналы ваҡиға айҡанлы ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан уҡыусылар менән берлектә үҙәк белгестәре И.И. Баймырҙин һәм И.Ғ.Кинйәбулатов робототехника, технология, информатика, ОБЖ фәндәре буйынса килгән ҡорамалдар һәм макеттар менән оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр.
Барлыҡ уҡыусыларға был үҙәктә сифатлы белем алыуҙарын теләйбеҙ! Изге юл һеҙгә!