Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Салауат Юлаев исемендәге пионер ойошмаһының сборы үткәрелде

Салауат Юлаев исемендәге пионер ойошмаһының сборы үткәрелде Салауат Юлаев исемендәге пионер ойошмаһының сборы үткәрелде

21 октября 2019 09:10

Количество просмотров: 332

Салауат та туған башҡортон
Үҙ телендә ҙурлап данлаған.
Уралына, бөйөк халҡына,
Йән аямай ирек даулаған.
Үҙ республикаң өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү,
туған тел аша Тыуған илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы һәм тыуған көнө айҡанлы Салауат Юлаев исемендәге пионер ойошмаһының сборы үткәрелде. 5-6 класс уҡыусылары халҡыбыҙҙың дәүләт символдары, бөгөнгө матур тормошобоҙ Башҡортостан суверенитетының изге емеше булыуы тураһында шиғырҙар ятланылар, ә “Тыныслыҡ” йыры имен көндәребеҙгә мәдхиә булып яңғыраны.
Бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. Ер йөҙөндә башҡорт рухы, көсө, теле, милләте мәңге йәшәһен! Рухыбыҙ, телебеҙ, милләтебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм киләһе быуындарға еткерәйек.
R.S. Сборҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән ауыл клубы директоры Тәғзимә Әмир ҡыҙы Сәғитоваға, художество етәксеһе Сәғит Ғизетдин улы Алтынбаевҡа һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе Әлфир Зөфәр улы Хәсәновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Наҙгөл Мөхәмәтйәнова фотолары.