Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Этносуббота - 2019

Этносуббота - 2019 Этносуббота - 2019

21 октября 2019 09:10

Количество просмотров: 332

Байназар урта мәктәбендә халҡыбыҙҙың изге йола-шөғөлдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусылар ҙа яңынан тергеҙелә килгән халыҡ шөғөлдәренә, йолаларына бер ҙә битараф түгел. Алдағы уҡыу йылында егет-ҡыҙҙар уҡтан атыу буйынса түңәрәккә йөрөп, ҙур ғына уңыштарға ирешһәләр, ҡыҙҙарыбыҙ иһә түшелдерек эшләү, кейемде милли орнаменттар менән биҙәү серҙәрен үҙләштерҙеләр. Шулай уҡ мәктәптең аттары янына ла юлды һыуытманылар.
Башланғыстарҙан алып юғары синыфтарға тиклем уҡыусылар өсөн класс етәкселәре тарафынан башҡорт халыҡ уйындары, йолалары, уларҙың шөғөлдәре, милли кейемдәре, биҙәүес әйберҙәре, уйын ҡоралдары, халҡыбыҙ батырҙары һәм тыуған еребеҙ тураһында бай йөкмәткеле класс сәғәттәре үткәрелде. Унан һуң башланғыс синыф уҡыусылары милли биҙәүестәр һәм биҙәктәрҙе һүрәттә һынландырһалар, башҡа синыфтар иһә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тоталь диктант яҙҙылар. Байназар ауыл клубында “Ҡурыуҙы” фольклор ансамбле һәүәҫкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Тары һуғыу” йолаһын иһә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй яратып ҡаранылар. Ауылыбыҙ ағинәйе Фәнүзә инәй Ишбаеваның һуғышҡа тиклемге һәм шул осорҙағы ауыр аслыҡ йылдары тураһында һөйләүе фәһемле тормош һабаҡтары булып яңғыраны. Бөгөнгө тыныс, ризыҡҡа ҡытлыҡ булмаған осорҙа ҡасандыр булып үткән ауыр тормош йылдарын онотоп та ҡуябыҙ шул. Шулай уҡ билдәле бейеүсе Рәис Низаметдинов һалған дәртле бейеүҙәрен дә уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итте ауылыбыҙ инәйҙәре. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына ошо бейеүҙәре менән Өфөлә үткән конкурста тәүге урынды ла яулап ҡайтҡандар улар. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Лилиә Рәил ҡыҙы Науразбаева уҡыусылар һәм уҡытыусылар исеменән ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткергәс, күмәкләп фотоға төшөү ойошторолдо.
Байназар ауылында ҡул эштәренә оҫта, милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа етерлек. Ауылыбыҙ оҫталары Мәсәғүтова Наилә һәм Салауатова Әнисә апайҙар 7-8 класс ҡыҙҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Ҡыҙҙарыбыҙ иһә улар өйрәткән һөнәргә ҙур теләк менән ҡушылдылар.
Башҡорт халҡын аттан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ат йәнле Рәхимйән ағай Ҡарағолов мәктәптең ҡола аты янында уҡыусыларға аттарҙың төҫө, йәше, ат егеү кәрәк-яраҡтары тураһында бай мәғлүмәт бирҙе, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Уҡтан атыу буйынса уҡыусыларыбыҙ хәҙер инде ярайһы тәжрибә туплап өлгөргән, тип әйтергә булалыр. Уҡыусылар өсөн тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре уҡытыусыһы Илдус Ғәйзулла улы Кинйәбулатов уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм ярыштар үткәрҙе, уҡыусы егет һәм ҡыҙҙар үҙ оҫталыҡтарын да һынанылар.
Үткәрелгән саралар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халҡыбыҙ йолалары, шөғөлдәре онотолмаһын, уҡыусыларыбыҙ уларҙы белеп үҫһен.