Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

День повара

День повара День повара

21 октября 2019 09:10

Количество просмотров: 308

Хөрмәтле Байназар урта мәктәбендә, уның филиалдарында, мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәрендә эшләүсе ашнаҡсыларыбыҙ һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән мәктәп коллективы исеменән ҡайнар ҡотлайым!
Һеҙ үҙ эшегеҙҙән йәм табып, тырышып эшләйһегеҙ, барлыҡ күңел йылыһын һалып бешергән ризыҡтарығыҙ менән көн дә балаларҙы, уҡыусыларыбыҙҙы һыйлайһығыҙ. Ашнаҡсы – иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Егәрлелек һәм ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ арҡаһында өҫтәлдәребеҙҙән көн дә ҡайнар аш, тәмле ризыҡтар өҙөлмәй. Һеҙҙең тырыш эшмәкәрлегегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм.
Шулай уҡ ашнаҡсыларҙың уң ҡулы, һәр саҡ мәктәпкә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булған эшҡыуар Наилә Әхмәт ҡыҙы Зәйнуллинаға ла оло рәхмәтемде еткерәм.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы оҙон ғүмер теләйбеҙ! Ҡулдарығыҙҙан ҡот, өҫтәлегеҙҙән тәмле ризыҡтар һис ҡасан өҙөлмәһен! Байрам менән!
Ихтирам менән мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.