Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

23 февраль

17 марта 2020 10:03

Количество просмотров: 91

Байрам сараһында уҡыусылар үҙҙәренең изге теләктәрен дәртле йырҙар һәм матур шиғырҙар аша еткерҙеләр. Шулай уҡ, байрам бүләге итеп, үҙ ҡулдары менән яһаған фуражкаларҙы ла бүләк иттеләр. Афариндар! Бай йөкмәткеле, матур байрам сараһы үткәреүсе бишенселәргә һәм уларҙың синыф етәкселәре Салауатова Нәсимә Сабир ҡыҙы һәм Йәмилева Вәсилә Әмир ҡыҙына оло рәхмәттәр белдерәбеҙ.

Хөрмәтле уҡытыусы ағайҙар, ветеран уҡытыусылар һәм уҡыусы егеттәр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла етеп килгән мөһим байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙҙа бары тик аяҙ, сағыу көндәр булыуын, тыныс күк йөҙө, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ! Башлаған эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар насип булһын! Иң изге теләктәр менән мәктәптең ҡатын-ҡыҙҙар коллективы һәм уҡыусы ҡыҙҙар