Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

8 март

17 марта 2020 10:03

Количество просмотров: 103

Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йөрәгендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә.

Бөгөн Байназар мәктәбендә лә яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған матур сара үтте. Кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, 5 синыф уҡыусылары үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ йылы һүҙҙәрен мәктәп коллективының гүзәл заттарына еткерҙеләр. Улар йырланы ла, бейене лә, үҙ ҡулдары менән яһаған күркәм сәскәләргә лә күмеп өлгөрҙөләр. Иң өлгөр уҡыусыларҙың иң тырыш синыф етәкселәре - Насима Салаватова Cабир ҡыҙына һәм Василя Ямилева Әмир ҡыҙына сикһеҙ рәхмәт!!!