Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Уҡыу йылы нисек башлана?

Уҡыу йылы нисек башлана? Уҡыу йылы нисек башлана?

31 августа 2020 09:08

Количество просмотров: 58

Мәғариф министрлығы тарафынан уҡытыуҙы ойоштороу буйынса махсус методик тәҡдимдәр әҙерләнгән (улар менән мәғариф бүлегенең һәм учреждениеларҙың сайттарында танышырға мөмкин).

2020 йылдың 1 сентябренән балалар баҡсалары һәм мәктәптәр штатлы режимда эш башлай. Ковид-19 таралмаһын өсөн сикләү һәм иҫкәртеү режимы тәьмин ителергә тейеш. Тәғәйен алғанда, әйтәйек, педагогик составҡа һәм техник хеҙмәткәрҙәргә битлек режимы һаҡлана.

Мәғариф учреждениеларында дистанция һаҡлау ҙа мотлаҡ шарттарҙың береһе буласаҡ. Уның өсөн билдәләр ҡуйылып сығылырға тейеш. Араның 1,5 метрҙан кәм булмауы шарт.
Балалар баҡсаһына, мәктәпкә ингән саҡтарында хеҙмәткәрҙәрҙең, балаларҙың температураһы контактһыҙ термометр менән үлсәнәсәк. Иртәнге рәттәрҙә, балалар ағымы көслө булған саҡта, тығындарға, күп кешенең бер урынға йыйылыуына юл ҡуймау маҡсатында, биналарҙың барлыҡ ишектәре лә ҡулланыласаҡ. Ата-әсәләргә мәғариф учреждениеларына инеү сикләнә. Төрлө төркөмдәрҙе, кластарҙы бергә йыйып саралар ойоштороу ҙа әлегә тыйыла.

Эпидемияға ҡаршы генераль йыйыштырыу, елләтеү һәм һауа таҙартыусы приборҙар (рецеркуляторҙар) ярҙамында һауа даими алыштырылып, таҙартылып торасаҡ.
Контактһыҙ термометрҙар, рецеркуляторҙар һәм дезинфекциялау средстволары һатып алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан аҡса бүленгән. Ата-әсәләрҙән аҡса йыйып, нимәлер алыу булмаясаҡ. Үрҙә аталған кәрәкле әйберҙәр уҡыу йылы башланыуға килеп етәсәк.

Белем көнөндә линейкаларҙа 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары ғына ҡатнаша.
2-8-се, 10-сы класс уҡыусылары 1 сентябрҙә мәктәпкә бармай. Улар өсөн Белем көнө дистанцион форматта ойошторола.

Дәрестәр теҙмәһе “йөҙөүсе” форматында төҙөлә. “Смена” төшөнсәһе ҡулланылмай.

Дәрестәр 8.00 сәғәттән алда башланмай һәм 19 сәғәт 40 минуттан да һуңға ҡалмай тамамланырға тейеш. Дәрестәрҙең дауамлылығы – 35 минут, тәнәфестәрҙеке - 10 минут. Ашау өсөн тәғәйенләнгән тәнәфестәрҙең оҙайлылығы 20 минут ҡаралған.

Ковид-19 таралыу хәүефе көслө булған осорҙа ата-әсәләр йыйылыштары үткәреүҙән тыйылып тороу шарт. Бының өсөн дистанцион форматты ҡулланырға тәҡдим ителә.
Йәнә беренсе сиректә баланы таҡта янына сығарыу тыйыла.

Бөтә үрҙә атап үтелгән сикләүҙәр, махсус алымдар бер маҡсатҡа хеҙмәт итә – балаларыбыҙ ҙа, педагогтар ҙа имен-һау булһындар, уларҙың сәләмәтлегенә хәүеф янамаһын.
Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым һәм һаулыҡ, уңыштар, емешле хеҙмәт теләйем!