Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453591, Республика Башкортостан, Бурзянский район, д.Байназарово, ул.Октября, 31
  • +7(34755)3-41-13
  • bainazarovo.18school@rambler.ru

Новости

Милли кейем көнө

Милли кейем көнө Милли кейем көнө

15 сентября 2020 04:09

Количество просмотров: 44

Милли кейемдәребеҙҙә халҡыбыҙҙың милли асылы һаҡлана. Башҡорттар электән кейемгә иғтибарлы, талапсан булғандар, ыҫпай кейенергә яратҡандар. Кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың оҙайлы тарихы, көнкүреше, һөнәре, тәбиғи шарттары сағыла, уларҙа матди яҡтан ныҡлыҡ та күренгән: ҡиммәтле йәнлек тиреләренән тегелгән, аҫылташтар, талир тәңкәләр менән биҙәлгән булыуы быға асыҡ дәлил. Бөгөн милли кейемдәрҙе күберәк байрамдарҙа ғына кейһәк тә, һуңғы осорҙа йәштәр һәм ололар араһында милли биҙәктәр, элементтар һалынған кейемдәрҙең киң таралыуы ыңғай күренеш.
Байназар урта мәктәбе Башҡортостан мәғариф министрлығы ойошторған Милли кейем көнөнә арналған сараға ихлас ҡушылды. "Милли кейем - халҡым мираҫы" темаһына флешмоб, "Башҡорт милли кейемдәре" темаһына 1-11 кластар араһында асыҡ дәрестәр үткәрелде. Уҡыусыларҙың өләсәйҙәре, әсәйҙәре һаҡлаған ҡомартҡыларҙың байтаҡ булыуы асыҡланды. Үткәрелгән сараларҙа уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты, үҙҙәренең милли биҙәктәр менән эшләгән түшелдеректәрен, милли күлдәктәрен кейеп килеп, сараға йәм өҫтәнеләр. Милли ҡомартҡыларыбыҙ артабан да быуындан-быуынға күсеп барһын, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре юғалмаһын.

След. новость